Все новости
ЖКХ
28 Февраля 2021, 15:43

Баш ҡаланың Киров районы суды Вице-Премьер Борис Беляевты өйөнә арестҡа алды

Үҙ вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләнгән етәксегә 11 апрелгә тиклем йортонан сығыу тыйыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрына ҡарата оператив – тәфтиш саралары үткәрелә. Был тикшереүҙәр 2017 йылда Күмертау ҡалаһында таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшө буйынса уҙғарыла.

Һүҙ вәкәләттәрҙе арттырыу һәм сығымдарҙы һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу тураһында бара. Ул ваҡытта Борис Беляев ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, февраль башында ошо уҡ енәйәт эше буйынса Төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаев ҡулға алынғайны. Капиталь төҙөлөш идаралығының элекке етәксеһе документарға законһыҙ ҡул ҡуйыуҙа ғәйепләнә.
Читайте нас: